ДИАЛЕКТИКА (гр. dialegomai — әңгәмәләшәм), тәбиғәт, йәмғиәт һәм кеше аңының үҫеш закондарын аңлатыу һәм тасуирлауҙың фәнни‑филос. ысулы. Д. метафизикаға (әйбер һәм күренештәрҙе үҙгәрешһеҙ, бербереһенә бәйләнмәгән тип фекерләү алымы) ҡаршы ҡуйыла. Диалектик концепция Боронғо Грецияла барлыҡҡа килеп, тәүҙә бәхәсләшеү оҫталығын аңлата. Яңы осорҙа Д. немец философ‑идеалистары, айырыуса Г.Гегель, хеҙмәттәрендә классик форма ала. Гегелсә, Д. логик категорияларҙан башланып, артабан тәбиғәт һәм рух даирәләренә күсә һәм, бөтә тарихи процестың категориаль Д. м‑н тамамланып, ысынбарлыҡтың бөтә өлкәләрен дә үҙ эсенә ала. Ул үҫеште Гегель триадаһы тип аталған тезис-антитезис‑синтез формулаһы (әйбер үҫеү барышында үҙен‑үҙе “кире ҡаға”, икенсегә әйләнә, шунан һуң “ҡапма-ҡаршылыҡты юя”, үҙенә кире әйләнеп ҡайта, ләкин — үҫештең яңы кимәлендә) ярҙамында һүрәтләй. Идеалист булараҡ, Гегель бөтә универсумды Абсолют Рухтың үҙ‑үҙен диалектик асыуы тип күҙ алдына килтерә. Марксистик философия Гегелдең диалектик ысулын үҙләштерә, әммә уны тәбиғәткә һәм йәмғиәткә күсерә. Марксизм б‑са, Д. бер яҡтан — тәбиғәтте, икенсе яҡтан йәмғиәтте өйрәнеү ысулы булырға тейеш, был классик, метафизик натурфилософияның һәм соц. философияның бөтөүен аңлата. Марксизм субъектив (фекерләүҙең үҙен һүрәтләй) һәм объектив (тирә-яҡтағы процестарҙы) Д. айырып ҡарай. Марксизмда ш. уҡ бығаса Гегелдә үк йәшертен булған диалектиканың төп өс законына аныҡлама бирелә: ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙың берҙәмлеге һәм ҡаршылығы законы; һан үҙгәрештәренең сифат үҙгәрешенә күсеүе; инҡар итеүҙе инҡарлау (инҡар ителгән тезисҡа ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙы диалектик “юҡ итеү” аша ҡайтыу). Клас сиканан һуңғы көнбайыш философияла (19—20 бб.) донъяға диалектик ҡараштан бер ни тиклем ситкә китеү күренә. Д. урынына йә метафизика (позитивизм), йә иррациональ мәғәнәле ысулдар — һиҙемләү, художестволы һиҙемләү, деконструкция (иррационализм, постмодернизм) килә. Д. үҫеше Көнбайышта фәҡәт неогегельянлыҡта (Б.Кроче, Л.Джентиле) һәм неомарксизмда (Т.Адорно, М.Хоркхаймер, Г.Маркузе) дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ватан философияһында Д. идеалистик (бөтә нәмәлә берҙәмлек философияһы) һәм материалистик (совет марксизмы) традицияларҙа үҫешә. Бөтә нәмәлә берҙәмлек философияһында Д. бөтә нәмәне лә берләштергән һәм шул рәүешле механистик фекерләүгә — логикаға ҡаршы тороусы органик фекерләү (В.С.Соловьёв), аҡылыбыҙҙың сикләнгән булыуынан килгән интеллектуаль буйһоноусанлыҡтың үҙенә самаһыҙ ышанған логик аҡылға ҡапма‑ҡаршы төрө (П.А.Флоренский), йәшәйеште нисек бар, шулай һүрәтләгән ысын филос. реализм (А.Ф.Лосев) итеп ҡабул ителә. Марксистик Д. вәкиле — идеаллек т‑дағы тәғлимәтте материализм сиктәрендә үҫтереүсе һәм, идея аҫтында ижади әүҙемлекте — хеҙмәт ярҙамында индерелгән “ысынбарлыҡтың кеше аспектын” күҙ уңында тотоп, идеаль Д. концепцияһын булдырыусы Э.В.Ильенков. БР‑ҙа Д. проблемалары Б.С.Ғәлимов (донъяның фәнни картинаһында үҫеш принцибы), А.В.Лукьянов (И.Фихте философияһында Д.), С.Н.Семёнов (ижад Д.), Т.Ғ.Солтанғужин (фәнни танып белеүҙең методологияһы булараҡ Д.), В.С.Хәзиев (материалистик Д.), Э.М.Чудинов (фәнни танып белеү Д.) хеҙмәттәрендә сағылыш таба.

Әҙәб.: Диалектика как методология научного познания: межвуз. науч. сб. Уфа, 1976; Галимов Б.С. Принцип развития в основаниях научной картины природы. Саратов, 1981; Ильенков Э.В. Диалектика абстрактного и конкретного в научно-теоретическом мышлении. М., 1997.

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.