ИҠТИСАДИ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК АКАДЕМИЯҺЫ. Өфөләге филиал 1998 й. РФ‑тың Һалым полицияһы федераль хеҙмәте Һалым полицияһы акад. Өфө филиалы булараҡ асыла, 2003 й. алып РФ ЭЭМ‑ының И.х.а. 2008 й. филиал ябыла. Составында иҡт. һәм юридик бүлектәр, уҡытыу-методика бүлеге, мәғлүмәт‑белем биреү үҙәге, китапхана була. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 2 һөнәр б‑са алып барыла. Уҡытыусылары араһында 2 фән д‑ры һәм 35 канд. (2003). Филиал нач.: М.К.Насретдинов (1998 й. алып), Р.Н.Хатипов (1999 й. алып), А.Ф.Баҙыҡов (2002 й. алып), А.А.Качкаев (2007 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.