АҒЫУЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше һәм хайуандарҙың ағыуланыуына килтерергә һәләтле ағыулы матдәләр бүлеп сығарыусы һәм туплаусы үҫемлектәр.

Башҡортостанда абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәр араһында осрай; айырыуса ләлә һымаҡтар, лютик һымаҡтар, сатыр һымаҡтар, һаҫығүлән һымаҡтар һ.б. араһында киң таралған. А.ү. төп тәьҫир итеүсе матдәләре — алкалоидтар, гликозидтар, органик кислоталар, терпеноидтар һ.б.; ҡайһы бер төрҙәрҙә айырым ағзалары йәки өлөштәре ағыулыраҡ була (мәҫ., айыутабан, ыутамыр, туйыр абағаһының  тамырһабаҡтары, монар көпшәһенең — емештәре, уймаҡ сәскә һәм ҡаразирәнең — япраҡтары, баҡра, бойҙан, йүтәл үләненең орлоҡтары). Үҫемлектәрҙәге ағыулы матдә миҡдары үҫеү шарттары һәм үҫеш фазаһына бәйле. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең ағыулылығы киптергән, бешергән һ.б. ваҡытта кәмей. Үҫемлектәрҙең күп кенә ағыулы матдәләре терапевтик дозаларҙа дарыу булараҡ ҡулланыла (мәҫ., ынйы сәскә, уймаҡ сәскәнән алыныусы йөрәк гликозидтары, ҡаразирәнән — скополамин). Ҡайһы бер А.ү. инсектицидтар алына (мәҫ., далмат ромашкаһынан  пиретрин).

Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы, Тупраҡ‑ботаника бюроһы (С.Ф.Курнаев, В.А.Михеев һ.б.) хеҙм‑рҙәре мал аҙығы үҫемлектәрен өйрәнеү ваҡытында А.ү. асыҡлай. 30—50‑се йй. Ботаника баҡса‑институты хеҙм‑ре (Е.Н.Клобукова‑Алисова) респ. 70‑тән ашыу үҫемлек төрөнөң ағыулы үҙенсәлектәрен һәм таралыуын һүрәтләй. 60—90‑сы йй. Биология институтында (Ә.Х.Ғәлиева, Е.В.Кучеров, А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов һ.б.) күп кенә А.ү. ареалын һәм биол. өйрәнеү алып барыла; Ботаника баҡса‑институтында (Л.М.Абрамова, Р.В.Вафин, З.Н.Сөләймәнова, Л.Ә.Төхвәтуллина һ.б.) декоратив, дарыу һәм танып белеү өсөн әһәмиәте булған урындағы һәм ситтән килтерелгән А.ү. коллекцияһы булдырыла. Аграр университетта малдың мал аҙығы м‑н ағыуланыуы (С.А.Ивановский, А.Ф.Исмәғилева, Л.Н.Судзиловский һ.б.), А.ү. морфол. һәм экологияһы (Э.Ғ.Бураҡанова, Ф.В.Садиҡова, М.М.Хәйбуллин һ.б.), мал аҙығы ерҙәренең үҫемлектәр япмаһындағы А.ү. (И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин һ.б.) өйрәнелә. Башҡорт дәүләт университетында (А.Р.Ишбирҙин, М.М.Ишморатова, Хәйретдинов һ.б.), Биол. ин‑тында (Ә.Ә.Иҫәнғолова, Н.И.Фёдоров һ.б.) медицинала ҡулланылыусы А.ү. ресурстарын, биол. һәм экологияһын өйрәнеү алып барыла. Респ. флораһында 100‑ҙән ашыу А.ү. асыҡланған, шуларҙың яҡынса 20‑һе БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән (баҫыу ҡоросүләне, урал елбегәйе, ябай көкөртлөкәй һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Токсикология.

Әҙәб.: Клобукова‑Алисова Е.Н. Дикорастущие полезные и вредные растения Башкирии: в 2 т. М.; Л., 1958—1960; Фёдоров Н.И. Род Delphinium L. на Южном Урале: экология, популяционная структура и биохимические особенности. Уфа, 2003; Надежкин С.Н., Кузнецов И.Ю. Полезные, вредные и ядовитые растения. Уфа, 2010.

И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.