ГИНДМАН ЭПИТЕМИЯҺЫ (Epithemia hyndmannii), бер күҙәнәкле диатом ылымыҡ төрө. Ҡапҡасы ураҡ рәүешендә, параллель ситле, оҙонлоғо 120—230, киңлеге 20—26 мкм. Ҡапҡас остары киң, йомро, ҡыҫҡа; һырттары радиаль, тупаҫ, 10 мкм 2—4 штрих тура килә, улар араһында 2—3‑әр рәт тупаҫ ареола бар, 10 мкм 6—7 бөртөк осрай. Йөй эҙҙәре ҡорһаҡ сите буйлап үтә, урта өлөшөндә ҡапҡастың яртыһына тиклем бер аҙ бөгөлә. Септаһы насар үҫешкән, ялған септаһы бар. Сөсө һыуҙа йәшәй. Башҡортостанда Ғафури р‑нында (“Красноусол” шифаханаһы терр‑яһындағы “Минераль канал” ятҡылығы) табылған.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика