ИҢКЕШТӘР (Bombus), ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған яры ҡанатлылар заты. Яҡынса 300 төрө билдәле; Африканан башҡа, бөтә континенттарҙа ла киң таралған. БР‑ҙа 30‑ҙан ашыу төрө бар: баҡса И., баҫыу И., ер И., ҡала И., өң И. һ.б. Тәне 3,5 см тиклем оҙонлоҡта, ҡуйы төклө, ҡара, аҡ, сағыу ерән һәм һары һыҙатлы. Инә һәм эшсе заттарҙың (үҫешеп етмәгән инә бөжәктәр) ҡаяуы бар; артҡы сирағы һеркә ташыуға яраҡлашҡан: оҙон ныҡлы төк м‑н уратылған уйымы бар. Ата заттар (әре ҡорттар) оҙон мыйыҡлы, ҡушылыу ҡыҫҡыстары бар, инә бөжәктәрҙән вағыраҡ, эшсе заттарҙан ҙурыраҡ. Ояны (йомро, төҙөк булмаған овал күҙәнәкле, ҡоро үлән ҡатыш балауыҙҙан эшләнгән) аталанған ҡышлап сыҡҡан инә зат яҙын кимереүселәрҙең буш өңөндә, таш араһында, мүк аҫтында төҙөй. Кәрәҙ күҙәнәгенә 8—16 (оҙонлоғо 2—4, диам. 0,5—1,0 мм) йомортҡа һала. 5—6‑сы көнгә йомортҡаларҙан балағорттар сыға, улар 10—12, ҡурсаҡтар 2 аҙна үҫә. Эшсе заттар май аҙағында—июндә сыға, ата һәм инә заттар — августа. БР шарттарында миҙгеленә бер нисә быуын үҫә. Аталанған йәш инә заттар ҡышлай. И. көндөҙ әүҙем. Сәскәле үҫемлектәр нектары һәм һеркәһе м‑н туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. И. үҫемлектәрҙе, бигерәк тә клеверҙарҙы, һеркәләндерә. Әрмән И., үҙгәреүсән И., таңҡа И. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.