Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/H/HARA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/H/HARA.jpg'

ЕП ҺЫМАҠ ХАРА (Chara filiformis), күп күҙәнәкле хара ылымыҡтарының төрө. Бер өйлө нәҙек аҙ тармаҡлы, ғәҙәттә, эзбиз м‑н инкрустацияланған үҫемлек, бейеклеге 40 см тиклем. Һабағының диам. 300—750 мкм. Быуын аралары һуҙынҡы, оҙонлоғо 4—10 см. Ҡайырыһы ике ҡыуышлы. Энәләре яңғыҙ, насар үҫешкән, йомро, йәш быуын араларында асыҡ күренә. Япраҡ ҡолаҡсындары ике рәтле, һәр япраҡҡа 2‑шәр пар, ваҡ, оҙонса, эллипс рәүешендә, остарында йомро. Япрағы өйкөмдә 6—8‑әр, ҡыҫҡа (оҙонлоғо 5—20 мм), бөгөлгән; япраҡсалары рудиментар. Енси үрсеүе — оогам, вегетатив үрсеүе талломдың ян үренделәренең тамырланыуы, аҙаҡ төп үҫемлектән айырылыу юлы м‑н бара. Гаметангиялары берләшкән, аҫҡы япраҡ быуындарында урынлашҡан. Оогониялары шар һымаҡ тиерлек йәки эллипс формаһында, инкрустацияланған. Ооспоралары ҡара-ҡуңыр-һоронан алып ҡара төҫкә тиклем, 11—14 ҡабырғалы, ҡайһы берҙә 500—660 мкм оҙонлоҡтағы базаль суҡыш булып һуҙылған. Антеридияларының диам. 300—405 мкм. Таҙа аҙ минералләшкән аҡмаған һыу төптәрендә үҫә. БР‑ҙа Ҡандракүлдә табылған. Һирәк осраған төр. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика