ҒАИЛӘКӨНКҮРЕШ ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ, башҡ. фольклоры әҫәрҙәре, ғаилә‑көнкүреш йолаларының вербаль‑шиғри өлөшө. Ғ.‑к.й.п. нигеҙендә һүҙҙең арбау көсөнә ышаныу ята (ҡара: Магия). Жанрҙары: арбауҙар, йырҙар, теләктәр, нәсихәттәр, мөнәжәттәр һәм башҡалар. Ғ.‑к.й.п. әҫәрҙәре кеше ғүмеренең һәр этабына, уның хужалыҡ‑көнкүреш эшмәкәр‑легенә фатиха биргән. Сабый тыуғанға тиклемге осор фольклорына өшкөрөүҙәр, теләктәр ингән. Түлһеҙлектән яфаланған ҡатын Ер, Һыу, Ел һ.б. илаһтарҙан бала һораған: “Бер ус тупраҡ, /Бер тамсы һыу етер, /И, Хоҙайым, бала бир!” Бала тыуыуға бәйле йолаларға кендек инәһенең, әле тыумаған сабыйға мөрәжәғәт итеп, бала табыуҙы еңеләйтеү өсөн һамаҡлауҙары ҡараған: “Башың менән кил, /Ашың менән кил, /Алдыма һалам, /Ерҙән алған балам, /Инәһенә оҡшамаған, /Ер‑Әсәгә оҡшаған!”; теләктәр (бәпесләүсе ҡатын янында, йола ризығын әҙерләгәндә, күмәк аштан һуң әйтелгән): “Ауыҙың баллы, тормошоң татлы булһын!” Сабыйҙы тәүге тапҡыр мунса индергәндә теләктәр, нәсихәттәр һәм ҡурсалау һүҙҙәре әйтелгән: “Минең балам түгел әле, /Айыу, бүре балаһы!” Бишек йырҙары — бер тонда, тынысландырыу рәүешендә көйләп башҡарылыусы дидактик йөкмәткеле текстар — баланы әхлаҡ нормаларына, мәҙәниәткә ылыҡтырыуға, яҙмышын алдан билдәләүгә йүнәлтелгән булған: “Бәү‑бәү‑бәү генә, /Булыр әле дәү генә, /Булыр әле дәү генә лә /Быуынға берәү генә!” Туй йолалары мәлендә сеңләүҙәр, тойғоларҙы нығытыуға йүнәлтелгән мөхәббәт йырҙары (“йәр‑йәр” әйтеү) башҡарылған: “Берең — яҡут, берең — гәүһәр, /Ҡушылдығыҙ, йәр‑йәр, /Берең — көмөш, берең — уҡа, /Ишелдегеҙ, йәр‑йәр!”; теләктәр, нәсихәттәр әйтелгән. Ерләү йолалары фольклорына мөнәжәттәр, һыҡтау, шиғри васыяттар, мәрхүмгә мөрәжәғәттәр ҡарай: “Ауылға йыш ҡайтма, /Йәш-йәштәрҙе алма, /Төштәрҙе бутама!” Хужалыҡ-көнкүреш эшмәкәрлеге (кейеҙ баҫыу, һарыҡ ҡырҡыу, үреү, һал ағыҙыу һ.б.) һәм байрамдар имләүҙәр, алғыштар, һамаҡтар, йырҙар, ҡарһүҙҙәр м‑н оҙатылған: “Эшем, эшем, эш ҡары, /Дошман һүҙе тыш ҡары”; дауалау (ҡара: Халыҡ медицинаһы) һәм магия (ҡара: Ҡамлау) йолалары — имтомдар, өшкөрөүҙәр. Һамаҡлы‑шиғри мөрәжәғәттәр йолаларҙың функциональ, башҡарыу, тел үҙенсәлектәрен халыҡ хәтерендә һаҡлау һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу мөмкинлеге бирә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995. 

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика