ИҢ ЯБАЙҘАР, бер күҙәнәклеләр (Protozoa), хайуандарҙың ярым батшалығы. 39 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бер нисә йөҙ төрө бар. 7 типҡа бүленә: апикомплекстар, асцетоспоралылар, лабиринтулдар, микроспоридиялар, миксоспоридиялар, инфузориялар, саркомастигофорҙар. И.я. бөтәһе лә тиерлек микроскоп аша ғына күренә. Йәшәү формаһы күп төрлө: амёба һымаҡтар (төрлө субстраттарҙа һыуҙа йәки хужа тәнендә шыуышыусы), ҡабырсаҡлылар (аҙ хәрәкәт итеүсе бентос формалары), ҡамсылылар һәм керпексәлеләр (әүҙем йөҙөүселәр), тын тороштағылар (цисталар, споралар) һәм башҡалар. И.я. араһында автотрофтар (вольвокстар, эвгленалар һ.б.), гетеротрофтар (төрҙәренең күбеһе), ш. иҫ. паразиттар (ҡайһы бер амёбалар, инфузориялар һ.б.) һәм миксотрофтар (мәҫ. ҡатнаш туҡланыусы радиоляриялар) бар. Күҙәнәгенең төп компоненты — цитоплазма һәм бер йәки бер нисә ядро. Цитоплазма өс ҡатлы мембрана (күп төрҙәрҙә тығыҙ тышса — пелликула бар) м‑н уратылған, унда Гольджи аппараты, лизосомалар, митохондриялар, рибосомалар, эндоплазматик селтәр, терәк һәм ҡыҫҡартыу фибриллалары, аш һеңдереү вакуолдәре һ.б. урынлашҡан. Ядро ике ҡатлы мембрана м‑н ҡапланған. Тышҡы (ҡабырсаҡ) һәм эске (һөлдә капсулалары, энә) һөлдә булыуы мөмкин. Бүлеп сығарыу һәм осморегуляция ҡыҫҡартыу вакуолдәре (диңгеҙҙә йәшәүсе һәм паразит төрҙәрҙә юҡ) ярҙамында тормошҡа ашырыла. Хәрәкәт итеү органоиды булып ялған аяҡтар (мәҫ., амёбалар), ҡамсылар (ҡамсылылар) һәм керпексәләр (инфузориялар) хеҙмәт итә. Енси һәм енесһеҙ юл м‑н үрсей. И.я. төрҙәренең күбеһе өсөн ҡатмарлы йәшәү циклы (мәҫ., споровиктар өсөн) хас. Диңгеҙҙә һәм сөсө һыуҙа, ҡайһы бер төрҙәре дымлы тупраҡта йәшәй. Биосфералағы матдәләр әйләнешендә ҙур әһәмиәткә эйә, тирә‑яҡ мөхит торошона экологик мониторинг һәм биологик индикация үткәреүҙә ҡулланыла. Паразит төрҙәре кешелә (амёбиаз, лейшманиоз, лямблиоз, тапма һ.б.), а.х. малдарында һәм һунар йәнлектәрендә, үҫемлектәрҙә ауырыу тыуҙыра.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.