АҘНАҒОЛОВ Рафаил Ғәйнетдин улы (13.2.1941, Чкалов өлк. Үрге Үтәғол а. — 23.1.2015, Өфө), тел белгесе, педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2004), проф. (2009). БР-ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1972 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй, 1978 й. башлап Милли мәғариф проблемалары ин‑тының Башҡ‑н филиалының өлкән һәм төп ғилми хеҙм‑ре, 2004 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре диалектология, лексикография һәм башҡ. телен уҡытыу методикаһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, ш. иҫ. башҡортса-урыҫса мәктәп һүҙлеге, башҡорт теленеңорфография һүҙлеге авторы.

Х е ҙ м.: Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө, 1991; Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингво-дидактик нигеҙҙәре. Өфө, 2001; Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө (ижади портреттар). Өфө, 2007.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018