ВАҠ ТАУИСКҮҘ (Eudia pavonia), күбәләктәр отрядының тауискүҙҙәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см (ата күбәләктеке бәләкәйерәк), алғылары һорғолт аҡ төҫтә, арҡыры таҫмалы, артҡылары һарғылт ерән (инә күбәләктеке һорғолт аҡ); һәр бер ҡанатта бер нисә тулҡынлы һыҙыҡһәм ҡара ҡаймалы күҙһымаҡ тап бар. Ҡанаттарының сите асыҡһоро. Овал рәүешендәге асыҡ көрән йомортҡаһын мал аҙығы үҫемлектәренең һабағына һала. Ҡарышлауығы йәшел, эре, сағыу һары йәки ҡыҙыл сөйәл мн ҡапланған. Үҫемлектәрҙә тығыҙҡорт йомғағында ҡурсаҡлана. Ҡурсағы ҡарағусҡыл көрән. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты апр.—июнь, инә күбәләк төндә оса, ата күбәләк — көндөҙ. Ҡарышлауығы ҡайын, имән, роза һымаҡтарҙың япрағы мн туҡлана, имаголары туҡланмай. БРҙың тауурман райондарында осрай. БРҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 

 

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

ВАҠ ТАУИСКҮҘ (Eudia pavonia), күбәләктәр отрядының тауискүҙҙәр ғаиләһенәҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанатыныңҡоласы 6—8 см (ата күбәләктеке бәләкәйерәк), алғылары һорғолт аҡ төҫтә, арҡыры таҫмалы, артҡылары һарғылт ерән (инә күбәләктеке һорғолт аҡ); һәр бер ҡанатта бер нисә тулҡынлы һыҙыҡһәм ҡара ҡаймалы күҙһымаҡ тап бар. Ҡанаттарының сите асыҡһоро. Овал рәүешендәге асыҡ көрән йомортҡаһын мал аҙығы үҫемлектәренең һабағына һала. Ҡарышлауығы йәшел, эре, сағыу һары йәки ҡыҙыл сөйәл мн ҡапланған. Үҫемлектәрҙә тығыҙҡорт йомғағында ҡурсаҡлана. Ҡурсағы ҡарағусҡыл көрән. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты апр.—июнь, инә күбәләк төндә оса, ата күбәләк — көндөҙ. Ҡарышлауығы ҡайын, имән, роза һымаҡтарҙың япрағы мн туҡлана, имаголары туҡланмай. БРҙың тауурман райондарында осрай. БРҙыңҠыҙыл китабына индерелгән.

 М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика