ДИҢГЕҘ БӨРКӨТӨ (Haliaeetos albicilla), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 70—98 см, ата ҡоштоң ауырлығы 3—5,8 кг, инә ҡоштоҡо 4—6,9 кг; ҡанатының ҡоласы 180—250 см. Ҡауырһыны һоро, башы, тамағы һәм муйынының өҫкө өлөшө һорғолт һары төҫтә. Күҙе ҡоба. Суҡышы һары. Ҡанаты оҙон, киң. Аяғы һары, тырнағы ҡара төҫтә. Ҡойроғо аҡ, ҡыҫҡа, шына рәүешендә. Моногам. Ояһын (диам. 1—1,5, бейеклеге 1 м тиклем) ағаста 4—22 м бейеклектә ботаҡтарҙан ҡора, үлән, йөн түшәй. 2—3, һирәк осраҡта 1 һарғылт аҡ төҫтәге йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 37—40 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Балыҡ, имеҙеүселәр (йомран, ҡуян, ҡыр сысҡаны һ.б.), ҡоштар, емтек м‑н туҡлана. Йылға, күл һәм һыуһаҡлағыстар буйында йәшәй. БР‑ҙа Ағиҙел, Дим, Ҡариҙел (Павловка һыуһаҡлағысы), Нөгөш (Нөгөш һыуһаҡлағысы) йй. түбәнге ағымында, Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҙур күлдәрҙә таралған. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке