ВАҠҠОЛАҠ ЯРҒАНАТТАР (Pipistrellus), ярғанаттар ярым отр. шыма танаулылар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. Яҡынса 40 төрө билдәле. Евразияның урта бүлкәтенән алып Көньяҡ Африкаға һәм Австралияға тиклем таралған. БР‑ҙа кәрлә в.ҡ.я. һәм Натузиус в.ҡ.я. осрай. В.ҡ.я. кәүҙә оҙонлоғо 3,2—5,1 см, ауырлығы 3—8 г, ҡанаттары тар, ҡоласы 18–22 см. Арҡаһының төҫө көрән-ерәндән алып һоро-балауыҙ һарыға тиклем, ҡорһағы асығыраҡ төҫтә. Натузиус в.ҡ.я. кәүҙә оҙонлоғо 4,6—5,8 см, ауырлығы 5—12 г, ҡанаттарының ҡоласы 23—25 см. Арҡаһының төҫө көрән-балауыҙ һарынан алып ҡыҙғылт төҫмөрлө ерәнһыу-ҡуңырға тиклем, ҡорһағы ҡурәнһыу һоро. В.ҡ.я. йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы, төптәре ҡара. Ҡолаҡтары ҙур түгел, осло. Ҡанатының ярыһы артҡы аяғының тышҡы бармағындағы аҫҡы өлөшөнә беркетелгән. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Йөклөлөгө 40—60 көн дауам итә. Ғәҙәттә йылына 1 тапҡыр 1—2 бала тыуҙыра. 3—7, ҡайһы берҙә 16 йылға тиклем йәшәй. Эңерҙә әүҙем. Төҙөлөштәрҙә, ағас ҡыуыштарында, ҡая ярыҡтарында йәшәй; респ. ҡышламай, миҙгел һайын күсенеп йөрөй. Нигеҙҙә, бөжәктәр м‑н туҡлана, табышын һауала тота. Башҡортостандың Урал алды көньяғында осрай. Ике төрө лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика