ДЕГӘНӘК, әрекмән (Arctium), астра һымаҡтарғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Евразияның урта бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. 50—200 см бейеклектәге ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, осонда тармаҡлы. Япрағы аҫ яҡтан үрмәксе ауы һымаҡ төклө, һаплы: тамыр яны япраҡтары — эре, йомро йөрәк, һабаҡ япраҡтары йомро йомортҡа рәүешендә. Көпшә сәскәле, ике енесле, төҫө ҡуйы алһыуҙан ҡарағусҡыл ҡыҙылға тиклем, йомортҡа йәки шар формаһындағы кәрзинкәләрҙә урынлашҡан. Төргөс япраҡсалары ырғаҡлы. Кәрзинкәләре ҡалҡан йәки тәлгәш сәскәлектәргә йыйылған. Июнь—сент. сәскә ата (үҫеүенең 2‑се йылына). Емеше — күп рәтле төктәрҙән торған өлпөлө орлоҡса, июль—окт. өлгөрә. Ҙур Д. һәм кейеҙ Д. — респ. бөтә терр‑яһында, урман Д. һәм кескәй Д. (һирәк осрай) Башҡортостандың Урал аръяғынан башҡа ерҙә таралған. Баллы үҫемлек, ҙур Д., кейеҙ Д., кескәй Д. — дарыу үҫемлектәре.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.