ЕТЕН (Linum), етен һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да урта һәм тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп, һирәкләп бер йыллыҡ үлән, ҡайһы берҙә тәпәш ярым ҡыуаҡ (урал Е.). Һабағы төҙ йәки бер аҙ күтәрелеүсән, ҡуйы япраҡлы, бейеклеге 10—100 см. Япрағы ултырма, сиратлы, ҡайһы берҙә һабаҡтың аҫҡы өлөшөндә ҡапма-ҡаршы. Сәскәһе күк, зәңгәр, һары, башлыса эре, дихазияларҙа урынлашҡан; июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Һары Е. респ. бөтә терр‑яһында ҡылғанлы-төрлө үләнле далала, ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа осрай; йөҙйәшәр Е., Урал Е. — Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғы ташлы һәм ҡырсынлы битләүҙәрендә, эзбизташ яланғаслыҡтарҙа; селтәрле Е. — Бишбүләк һәм Ишембай р‑ндарында; йомшартҡыс Е. Ҡандракүл тәбиғи паркының дымлы һыубаҫар туғайҙарында һәм Ҡарашар һаҙлығында үҫә. Сүсле, декоратив, баллы үҫемлек. Составында — алкалоид, углевод, флавоноид, эфир майҙары, орлоғонда ҡуйы май бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Респ. төньяҡкөнбайыш райондарында аҙ күләмдә үҫтерелгән иген Е. (бөҙрә Е.) формаһы — медицинала файҙаланыла торған май алыу өсөн, төпрәһе ҡиммәтле мал аҙығы булараҡ ҡулланыла. Селтәрле Е. һәм эндемик Урал Е. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика