АҘНАҒОЛ ЫРЫҪҠОЛОВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр‑Көҙәй улусы башҡорттарынан. Бикйән Туҡтамышев м‑н бергә ш. уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкс. итә. Хөкүмәт вәкилдәре м‑н ихтилалды туҡтатыу т‑да һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й. яҙында ихтилалдың башҡа етәкселәре м‑н бергә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы Себер хандары м‑н союз төҙөй. Өфө воеводаһының 1664 й. 1 мартында яҙылған грамотаһында А.Ы. ярлыҡау вәғәҙә ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. М.; Л., 1936.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.