ЕҘ ҠУҢЫҘ (Calosoma sycophanta), бызылдауыҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Урта һәм Көньяҡ Европанан, Кавказдан алып Монголияға тиклем һәм Төньяҡ Африкала таралған. Тәне ялпаҡ, 24—35 мм оҙонлоҡта (инә бөжәктәр ҙурыраҡ). Төҫө металл ялтырауыҡлы ҡара күк. Башы шыма, шәмәхә төҫөндә, уртаса ҙурлыҡта, алғы арҡаһы йөрәк рәүешендә, ауыҙ аппараты кимереүсе. Мыйығы бәләкәй, еп һымаҡ. Өҫкө ҡанаты киң, ҡырлы, алтынһыу йәшел төҫтә, ян‑яҡ ситтәре тура. Ҡанаты үҫешкән. Аяғы оҙон, йүгереү һәм ағас олондары буйлап йөрөү өсөн тәпәйҙәренең осонда ырғаҡ бар. Балағорттары ҡара, 1—2 ай үҫә. Йәш ҡуңыҙҙар май—июндә сыға. Тупраҡта йәки урман түшәмәһендә ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Өлкән бөжәктәр һәм балағорттар күбәләктәрҙең, ш. иҫ. парһыҙ ебәк күбәләгенең, һ.б. урман ҡоротҡостарының ҡарышлауыҡтары һәм ҡурсаҡтары м‑н туҡлана. БР‑ҙа урман-дала һәм дала имәнлектәрендә, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика