ЕҪЛЕ СӘСКӘ (Scorzonera), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияның тропик булмаған бүлкәтендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә: Австрия Е.с., ваҡ сәскәле Е.с., миләүшә Е.с., ҡырҡылған Е.с. һ.б. Ике йәки күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—80 см. Һабағы ябай йәки тармаҡлы, төҙ йәки күтәрелеүсән. Япрағы сиратлы, йәйенке, тар ҡыяҡтарҙан алып ланцет-йомортҡа рәүешенә тиклем, ныҡ сығып торған епсәле, шыма ситле. Кәрзине ике енесле һары, һирәгерәк ал йәки ал‑шәмәхә төҫөндәге тел сәскәләре һәм ҡатлы төргөс м‑н. Май—авг. сәскә ата. Емеше — яланғас йәки ҡуйы төклө өлпөлө орлоҡса, июль—авг. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында тиерлек — болонло, ҡылғанлы далала, япраҡлы, яҡты ылыҫлы урман ситендә, татырлыҡ һәм татырлы тупраҡлы болонда, яланғас Е.с. Ҡырҡтытау, Кесе Ирәндек, Нәрәле һырттарының ташлы далаларында үҫә. Баллы үҫемлек, декоратив үҫемлек, мал аҙығы үҫемлеге. Составында алкалоид, С, В2 витамины, флавоноид булған Е.с. ҡайһы бер төрҙәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт яланғас Е.с. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика