ИШМЫРҘИН Хәйрулла Ғәйнан улы [1870, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Иҫке Монасип а. (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны) — 1947, шунда уҡ], шағир-импровизатор. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән “Совет иле хаҡында”, “Ҡыҫҡа йырҙар” шиғырҙары авторы. “Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосының варианты И. яҙып алынған. И. әҫәрҙәре Ғилми архивта һаҡлана. Тыуған ауылында уға стела ҡуйылған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады: совет осоро. 2-се кит. Өфө, 1982.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке