ИШМОРАТОВА Майя Мөнир ҡыҙы (27.5.1966, Өфө), ботаник. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Ботаника баҡса‑институтында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1998 й. алып өлкән, 2004 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2005 й. — лаб. мөдире. 1998—2004 йй. БДУ‑ның Сибай ин‑тында, 2007 й. башлап БДУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге популяциялар биологияһы, геоботаника, интродукция, күҙәнәктәр һәм туҡымалар культураһы м‑н бәйле. И. ҡайһы бер һирәк осраусы һәм ресурс төрҙәрҙе in vitro шарттарында клональ микроүрсетеү технологияларын, заттарҙың үлсәнеш спектры б‑са үҫемлектәрҙең һәм уларҙың популяцияларының йәшәү һәләтен, популяцияларҙың торошон һәм тәбиғәтте һаҡлауҙағы әһәмиәтен баһалау ысулдарын, уларҙы комплекслы тикшереү методикаһын эшләй. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Родиола иремельская на Южном Урале. М., 2006; Семена травянистых растений: особенности латентного периода, использование в интродукции и размножении in vitro. Уфа, 2009 (авторҙ.); Орхидеи Башкирского заповедника и сопредельных территорий. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке