ИШЕМБАЕВА Галина Григорьевна (2.3.1957, Коркино ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Баҡалы р‑ны мәктәптәрендә эшләй. 1982 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДУ‑ла уҡыта: 2014 й. башлап сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте каф., 2017 й. — урыҫ, сит ил әҙәбиәте һәм нәшриәт эше каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре германистикаға һәм урыҫ‑немец мәҙәни бәйләнештәренә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Образ Фауста в немецкой литературе XVI—XX веков. М., 2002; Русская фаустиана ХХ века. М., 2002; Энергия мифа, или “Кассандра” Кристы Вольф. Саарбрюккен, 2014.

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018