ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы [10.8.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ҡаҙмаш а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 7.2.2006, Өфө], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1975), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1952). 1955 й. алып ТТӘИ хеҙм‑ре; 1966 й. — РСФСР‑ҙың Пед. фәндәре акад. Милли мәктәптәр б‑са ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалы мөдире; 1968 й. — БДУ‑ла эшләй (1988 й. тиклем башҡ. тел ғилеме каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре диалектология, лексикография, морфология, орфография, фонетикаға арналған. И. хеҙмәттәрендә башҡорт теленең диалекттары фонетик, морфол., лексик кимәлдәрҙә башҡа төрки телдәр, финуғыр телдәре һ.б. м‑н сағыштырылып тасуирланған; һүҙ төркөмдәре, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше һ.б. тикшерелгән. “Урыҫса‑башҡортса һүҙлек” те (“Русско‑башкирский словарь”; 1964), “Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге” н (3 томда, 1967—1987) төҙөүселәрҙең береһе. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. урта мәктәптәр һәм вуздар өсөн уҡыу әсбаптары, авторы.

Хеҙм.: Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙ төркөмдәренең бүленеше. Өфө, 1962; Хәҙерге башҡорт теле (әҙәби телдең нормалар системаһы). Өфө, 1972; Башҡорт теле һәм уның диалекттары. Өфө, 2000; Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.).

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.