ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы (19.8. 1946, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Костин а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Баймаҡ тәж.‑производство хужалығында ғилми хеҙм‑р, баш зоотехник булып эшләй. 1986 й. алып БАССР А.х. министрлығының баш зоотехнигы, 1991 й. — БР МС‑ының баш белгесе, 1994 й. — БР МК-ның бүлек мөдире урынбаҫары, 2001 й. — Башҡ‑н АСК кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин‑ты проректоры, 2003—05 йй. Йоматау аграр техникумы (Өфө р‑ны) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге һарыҡсылыҡ һәм һөт малсылығы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. И. ҡатнашлығында инә һарыҡтарҙы һәм бәрәстәрҙе айырым секцияларҙа ҡарау технологияһы эшләнә һәм БР‑ҙың а.х. индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Пути интенсификации овцеводства в Башкирии. Уфа, 1983 (авторҙ.); Содержание овец. Уфа, 1999.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.