ИНФУЗОРИЯЛАР (Ciliophora), иң ябайҙар тибы. 6 класы, 8 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 50‑нән ашыу төрө бар. Бер күҙәнәкле колониаль организмдар, оҙонлоғо 10 мкм алып 3 мм тиклем. Хәрәкәтсән (йөҙә йәки шыуыша алған), хәрәкәтһеҙ, яңғыҙ, һабаҡлы йәки һабаҡһыҙ, ҡаты ҡабыҡлы организмдар. И. күҙәнәктәре төҫһөҙ, ҡыҙыл, көрән, һары төҫтә, пелликулалы (тышҡы тығыҙ тышса), ҡайһы ваҡыт сәнскәкле һәм үҫентеле; урыны м‑н мембраналарға, мембранеллаларға һәм цирраларға берләшкән к ерпексәләр м‑н ҡапланған. Цирралар һәм керпексәләр — хәрәкәт итеү өсөн, мембраналар һәм мембранеллалар аҙыҡ тотоу өсөн хеҙмәт итә. Паразит И. цитостомаһы (күҙәнәк ауыҙы) юҡ, туҡланыу — күҙәнәк тышы аша, һурыусы И. һурыу һәрмәүестәре аша башҡарыла. Күп И. һаҡланыу һәм һөжүм итеү өсөн трихоцисталары (саҡҡыс епсәләр) бар. Күҙәнәктәре ике йәки күп ядролы, ядролары 2 типта: полиплоидлы макронуклеус (матдәләр алмашыныуын көйләй) һәм диплоидлы микронуклеус (енси процеста ҡатнаша). Осморегуляция ҡыҫҡартыу вакуоле ярҙамында тормошҡа ашырыла. Енесһеҙ үрсеү икегә бүленеү, бер үк ваҡытта күп тапҡыр бүленеү, күп хәрәкәтһеҙ формаларҙа – бөрөләнеү, енси – конъюгация юлы м‑н бара. Бактериялар, ылымыҡтар, иң ябайҙар м‑н туҡлана. Башҡортостанда сөсө һыуҙа (бентос һәм планктон составына инә, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуҙа ҡатнаша), тупраҡта һ.б. организмдарҙа тереклек итә, ҡайһы берҙәре — паразит.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018