ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР, төрлө телдәрҙә тышҡы төҙөлөшө (һәр телдең фонетик һәм график үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып) һәм мәғәнәһе б‑са тап килгән һүҙҙәр; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең бер төрө. Башҡорт телендә нигеҙҙә урыҫ теле аша үтеп ингән И. йәшәп килә (ҡара: Урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Улар ике төркөмгә бүленә: 1) европеизмдар — боронғо грек һәм латин телдәренә һәм европа‑америка лингвогеографик ареалының хәҙ. телдәренә ҡараған һүҙҙәр: “атом” (фр.), “кристалл” (ингл.) һ.б.; 2) ғәрәп теленә (ҡара: Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр), фарсы теленә (ҡара: Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр) һ.б. көнсығыш телдәренә ҡараған һүҙҙәр: “адмирал” (ғәр.), “баклажан” (фарс.) һ.б. И. терминологияла айырыуса киң таралған..

Әҙәб.: Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. Стәрлетамаҡ, 2002.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018