ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Хәсән улы [16.2.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) – 19.6.1982, Ташкент], яҙыусы. 1952 й. “Ленинец” гәз. бүлек мөдире, 1953—58 йй. Ташкенттың матбуғат органдарында эшләй [1957 й. алып “Звезда Востока” (“Көнсығыш йондоҙо”) ж. бүлек мөдире]. И. әҫәрҙәренә тарихи дөрөҫлөк м‑н әҙәби уйҙырманың тәбиғи берләшеүе, тел байлығы, мауыҡтырғыс сюжет хас. Массагеттарҙың фарсылар м‑н көрәше т‑дағы “Асыу һуҡмағы” (“Тропа гнева”; 1956) романы, Рим полководецы Крастың һуңғы походы т‑дағы “Анахитаның үсе” (“Месть Анахиты”; 1984) повесы һ.б. авторы. И. фарсы шағиры Ғүмәр Хәйәм т‑да яҙырға ниәтләгән трилогияһының тәүге ике китабын ғына — “Йылан арбаусы” (“Заклинатель змей”; 1979, 1986) һәм “Тынлыҡ башняһы” (“Башня молчания”; 1986) повестарын яҙып өлгөрә. Ҡ. Даян шиғырҙарын урыҫ теленә тәржемә иткән. И. әҫәрҙәре литва, словак, үзбәк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Яҙыусы әҫәрҙәре б‑са Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан ССР‑ында нәфис фильмдар төшөрөлгән һәм спектаклдәр ҡуйылған. Ташкентта И. йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ бар.

Әҫәрҙ.: Пятнистая смерть: повесть. Ташкент, 1964; Стрела и солнце: роман. Ташкент, 1964; Согдиана. М., 2009.

Әҙәб.: Литературы рядовой солдат: памяти писателя-земляка Явдата Ильясова: биогр. справка. Уфа, 2011.

Р.В.Гәрәев

Тәрж.  Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке