ИЛЬИНА Любовь Борисовна (18.7.1931, Һамар ҡ. — 9.7.1991, Өфө), генетик. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1988). Силәбе пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1956 й. алып Силәбе политехник ин‑тында, 1962 й. – СССР ФА Себер бүлексәһенең Цитология һәм генетика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), 1966 й. — Ставрополь а.х. ҒТИ‑нда, 1969 й. — БДУ‑ла (1988 й. башлап экол. генетика каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге экол. генетика ысулдарын эшләү һәм үҫемлектәр генофондтарын һөҙөмтәле ҡулланыу өсөн селекциялауға бәйле. Аталандырыуҙың селективлығын ҡулланыу нигеҙендә бойҙайҙың юғары уңыш биреүсе гибридтарын селекциялауҙың яңы ысулын тәҡдим итә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Использование селективности оплодотворения мягкой пшеницы в гетерозисной селекции //Природа гетерозиса и пути его использования в растениеводстве. Уфа, 1982; Эколого‑генетические аспекты повышения продуктивности сельскохозяйственных растений и охрана окружающей среды //Пограничные проблемы экологии: сб. науч. тр. Свердловск, 1986.

Б.Ф.Садиҡов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018