ИҘЕЛБАЙ Нәжип (ысын исеме Иҙелбаев Нәжип Сафа улы; 12.3.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а., хәҙ. Медногорск ҡ. составында, — 1.10.1991, Өфө), шағир, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1937—38). 1931 й. алып “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәз. (ҡара: “Баймакский вестник”), 1932—34 йй. һәм 1947—49 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиомәғлүмәт ком‑ты хеҙм‑ре. 1933 й. башлап Мәскәү ис. канал төҙөлөшөндә эшләй, бер үк ваҡытта 1935 й. алып “Ударники канала” (“Канал ударниктары”) гәз. хеҙм‑ре. 1937—38 йй. Башҡ‑н дәүләт нәшриәте, 1945—47 йй. “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре, 1953—55 йй. “Ленинсы” гәз. бүлек мөдире. “Күк шинель” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1947 й. сыға. “Йырым һиңә булһын” (1970), “Еңеү иртәһе” (1981) шиғри йыйынтыҡтары, “Аҡ эт бәләһе – ҡара эткә”, “Көтөлмәгән ҡунаҡ” бер актлы пьесалары һ.б. авторы. И. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән. П.П.Бажовтың “Таш ҡумта” (1951; “Малахитовая шкатулка”) хикәйәләр йыйынтығын, С.П.Злобиндың “Салауат Юлаев” (1957; “Салават Юлаев”) романын һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. И. шиғырҙарына М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, М.Х.Әхмәтов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. комп. йырҙар ижад иткән. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Ҡуш тирәк: хикәйәләр, хикәйәттәр һәм иҫтәлектәр. Өфө, 1984; Еңеү ҡояшы: шиғырҙар. Өфө, 1992.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018