ИБРАҺИМОВ Ринат Исмәғил улы (1.8.1956, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Зәйпекүл а.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Биохимия һәм цитохимия бүлегендә (өҙөклөк м‑н), 1983—87 йй. Биология ин‑тында эшләй. 1989 й. алып БДУ‑ла: 2000 й. башлап биохимия һәм биотехнологиялар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001—13 йй. биол. ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең мөхиттең насар факторҙары тәьҫиренә сыҙамлылығының физиол.биохимик механизмдарын өйрәнеүгә арналған. И. культуралы үҫемлектәрҙең микроорганизмдар һәм ҡоротҡос бөжәктәр тәьҫиренә сыҙамлылығы формалашҡанда гидролитик ферменттарҙың, уларҙың аҡһым ингибиторҙарының ролен асыҡлай. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 7 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Клеточные механизмы формирования устойчивости растений к грибным патогенам. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018