ЗООЛОГИЯ МУЗЕЙҘАРЫ, зоол. объекттарҙы комплектлау, һаҡлау һәм өйрәнеүҙе тормошҡа ашырған ғилми‑тикшеренеү һәм ғилми‑ағартыу учреждениелары. З.м. коллекциялары ғилми фондтарҙан һәм күргәҙмәгә ҡуйылған материалдарҙан тора.

БДУ‑ның уҡытыу‑ғилми З.м. 1958 й. ойошторолған. Музей фондтарында 8,4 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге. Экспозиция 1 залда урынлашҡан. Экспонаттар системалы тәртиптә ҡуйылған; иң ябайҙар, болоттар, эсәкҡыуышлылар, яҫы ҡорттар, йомро селәүсендәр, немертиндар, балдаҡлы селәүсендәр, бүздәктәр, моллюскылар, быуынтығаяҡлылар, түңәрәғауыҙҙар, кимерсәкле һәм һөйәкле балыҡтар, ер‑һыу хайуандары, ҡоштар, имеҙеүселәр һ.б. бар. Экспонаттар араһында — император пингвины, Камчатка крабы, пума, ҡаҙылдыҡ хайуандарҙың баш һөйәктәре (мәмерйә айыуы, йөнтәҫ носорог һ.б.), мамонт һөйәктәре. “Көньяҡ Урал”, “Беловежье шырлығы” диорамалары; “Бүреләрҙең ҡабанға һунары”, “Бурһыҡ ҡаласығы”, “Һеләүһендең аҡ ҡуянға һунары” һ.б. биотөркөмдәр; “Көньяҡ Америка күбәләктәре”, “Тропик диңгеҙҙәрҙең моллюскылары” коллекциялары бар. З.м. Башҡортостан хайуандары т‑да ғилми‑популяр фильмдар, телевизион тапшырыуҙар төшөрөлә. Музей хеҙм‑рҙәре хайуандарҙың толоптарын эшләү, ҡоштар биологияһын, экологияһын өйрәнеү һәм уларҙың тауыштары фонотекаһын төҙөү м‑н шөғөлләнә.

БДПУ‑ның З.м. 1978 й. ойошторолған. Музей фондтарында 570 һаҡлау берәмеге. Экспозиция 2 залдан тора. 1‑се залда системалы тәртиптә — умыртҡаһыҙҙар вәкилдәре (эсәкҡыуышлылар, селәүсендәр, моллюскылар, быуынтығаяҡлылар, ҡыҫала һымаҡтар, бөжәктәр, энәтиреләр), 2‑сеһендә умыртҡалылар вәкилдәре (кимерсәкле һәм һөйәкле балыҡтар, ер‑һыу хайуандары, һөйрәлеүселәр, имеҙеүселәр һ.б.), ш. уҡ ҡаҙылдыҡ хайуандарҙың (бизон, гигант болан, мамонт һ.б.) һөйәктәре урынлаштырылған. Зоол. объекттар ш. уҡ Милли музей фондтарында һаҡлана (7 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге). Экспонаттар 4 залға ҡуйылған: “Башҡортостан Республикаһы ландшафтары”, “Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡылары”, “Башҡортостан Республикаһы мәмерйәләре”, “Башҡортостан Республикаһы балыҡтары, ер‑һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәре” (аквариумдарҙа һәм террариумдарҙа тере хайуандар). Музейҙың зоол. коллекцияһының күп өлөшөн бөжәктәр тәшкил итә (яҡынса 6,5 мең һаҡлау берәмеге), улар системалы урынлаштырылған; “Һыу ҡуңыҙҙары”, “Олон ҡоротҡостары” һ.б. тематик коллекциялар бар.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика