АҒЫУЛЫ БӘШМӘК, аҡһыл томшоҡ (Amanita phalloides), базидиомицеттар класының аманит һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, йәш бәшмәктеке ҡыңғырау һымаҡ, һуңыраҡ яҫы ҡабарынҡы формала, тоноҡ йәшелдән һарғылт йәшел төҫкә тиклем, үҙәгенә ҡарай ҡараһыу. Өлгөргән эшләпәләренең пластинкалары айырым, аҡ. Һабының оҙонлоғо 8—12 см, ҡалынлығы 2 см тиклем, нигеҙенә ҡарай ҡалын, аҡ (һирәгерәк йәшкелт), буйлы яры балдаҡлы. Итсәһе аҡ. Ҡарт һәм кипкән А.б. насар сөсө еҫе бар. Япраҡлы ағастарҙың тамыры м‑н микоризаға инә.

Башҡортостанда киң япраҡлы урманда, дымлылыҡ күп булған урында үҫә (авг.—сентябрь). Тыштан А.б. ҡайһы бер пластинкалы бәшмәктәргә (һарыҡ бәшмәге, аҡ көләпәрә) оҡшаш. Емешлек тәндәре һәм споралары ағыулы. Ағыуланыу симптомдары 6—48 сәғәттән һуң беленә.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке