ЗӘЙНИЕВ Гельсий Зәйни улы (8.1.1940, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Иҫке Ҡолсобай а.), әҙәбиәт белгесе. Мари АССР‑ының атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988), СССР‑ҙың матбуғат отличнигы (1978). Мари пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) “Марий коммуна” (“Мари коммунаһы”) гәз. эшләй: 1971 й. алып бүлек мөдире, 1975 й. — яуаплы секретарь; 1991 й. алып “Кече” (“Кесе”), 1993—2005 й. “Ончыко” (“Алға”, бөтәһе лә – Йошкар‑Ола) ж. баш мөхәррир урынбаҫары. Тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған әҙәби очерктар, мари мәҙәниәте, әҙәбиәте эшмәкәрҙәренең тормошо һәм ижады т‑да мәҡәләләр тупланған “Бөтмәҫ эҙҙәр” (1987), “Тормош йыры” (2006) һ.б. китаптар авторы. “Көнсығыш шишмәләре” (2001), “Таң иле” (2004), “Молох” (2013, бөтәһе лә — мари телендә) һ.б. китаптары Башҡортостанда тыуып үҫкән көнсығыш мариҙарына арналған. Тәржемә өлкәһендә лә эшләй. Мари Эл Респ. әҙәбиәт өлкәһендәге С.Чавайн ис. Дәүләт пр. (2005), М.А.Кастрен фин мәҙәни йәмғиәте пр. (2002) лауреаты.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика