ЗДОБНОВА ЗОЯ Петровна (25.3.1926, Чистай ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1949). 1953 й. алып БДУла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге көнсығыш диалект зонаһындағы (Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия) урыҫ һөйләштәренең үҫешен, структураһын һәм типологияһын, перифериялағы урыҫ һөйләштәренең һәм төрки телдәрҙең бер‑береһенә йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған. “Урыҫ теленең диалектологик атласы” (“Диалектологический атлас русского языка”), “Дөйөм славян лингвистик атласы” (“Общеславянский лингвистический атлас”), “Урыҫ халыҡ һөйләштәренең лексик атласы” (“Лексический атлас русских народных говоров”) өсөн лингв. карталар төҙөү принциптарын эшләүҙә, материал йыйыуҙа, карталар төҙөүҙә һәм комментарийҙар биреүҙә ҡатнаша. “Башҡортостандың урыҫ һөйләштәре һүҙлеге”нең (“Словарь русских говоров Башкирии”; 1993—2005) фәнни етәксеһе һәм төп авторы. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уҡыу әсбабы авторы.

Хеҙм.: Судьба русских переселенческих говоров в Башкирии. Уфа, 2001; Атлас русских говоров Башкирии: в 2 ч. 4‑е изд. Уфа, 2008; Хрестоматия по русской диалектологии. Уфа, 2010.

В.Л.Ибраһимова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика