ЗАЯНЧКОВСКИЙ Иван Филиппович (8.2.1917, Киев губ. Рудое а. — 24.5.2010, Өфө), ветеринар врач. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Ветеринария ф. д‑ры (1962), проф. (1963). РСФСР‑ҙың (1977) һәм БАССР-ҙың (1970) атҡ. фән эшмәкәре. Воронеж ун‑тын (1941), Үзбәк а.х. ин‑тын (Ташкент, 1943) тамамлаған. 1943 й. алып Сәмәрҡәнд, Көңгөр, Чистяково, Троицк (Силәбе өлк.), Рязань ҡҡ. эшләй. 1964—97 йй. БДАУ‑ҙа уҡыта (1988 й. тиклем акушерлыҡ һәм хирургия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малының үрсеү физиологияһын һәм патологияһын өйрәнеүгә, ш. иҫ. яһалма ҡасырыу, яңы тыуған мал ауырыуҙарын дауалау проблемаларына арналған. З. ветеринарияла проф. этика һәм деонтология принциптарын дәлилләй. БДАУ‑ҙың мал акушерлығы, гинекологияһы һәм үрсеү биотехникаһы музейын ойоштороусыларҙың береһе. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Задержание последа и послеродовые заболевания у коров. М., 1964; Ветеринарное акушерство, гинекология и искусственное осеменение сельскохозяйственных животных. Л., 1967; Деонтология в ветеринарном акушерстве и гинекологии. Уфа; Ульяновск, 1977.

С.М.Шакирова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика