ЗАЙЦЕВ Глеб Анатольевич (1.8.1974, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), эколог. Биол. ф. д‑ры (2009). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1997). 1999 й. алып Биология ин‑тында эшләй: 2003 й. башлап өлкән, 2009 й. — төп, 2010 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре дендроэкология, тамырҙар тураһындағы фән һәм сәнәғәт ботаникаһы мәсьәләләренә арналған. З. асыҡ ылыҫлы ағас төрҙәренең тамыр системаларының тәбиғи һәм антропоген характерҙағы экстремаль урман үҫтереү шарттары тәьҫиренә дөйөм (тупраҡтағы тамырҙарҙың кәмеүе, тамырҙарҙың фракцион составы үҙгәреүе) һәм һәр төрҙөң айырым (Сукачёв ҡарағасының көслө һәм ябай ҡарағайҙың аҙ тармаҡлы тамыр системаларының формалашыуы) реакцияһын асыҡлай. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Сосна обыкновенная и нефтехимическое загрязнение: дендроэкологическая характеристика, адаптивный потенциал и использование. М., 2006 (авторҙ.); Лиственница Сукачёва в экстремальных лесорастительных условиях Южного Урала. М., 2008 (авторҙ.); Рекреационное природоиспользование: горнолыжный центр “Металлург‑Магнитогорск”. Уфа, 2009 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика