ЗӘЙНУЛЛИНА Лилиә Марат ҡыҙы (15.2.1960, Силәбе өлк. Мәтәл а. — 10.5.2016, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). М.В.Зәйнуллиндыңҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1982). 1987 й. алып ТТӘИ хеҙм‑ре, 1989 й. — БДУ‑ла эшләй (2008—15 йй. сит телдәр каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре герман телдәрендәге, роман телдәрендәге һәм төрки телдәрҙәге лексик берәмектәрҙең семантикаһын һәм төҙөлөшөн сағыштырма, типологик һәм когнитив анализлауға, төрлө халыҡтарҙың лингвомәҙәниәтендә универсаль концепттарҙың эшләү үҙенсәлеген тикшереүгә арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Композиционная семантика производного слова. Уфа, 2005; Общие проблемы лингвокультурологии. Уфа, 2008 (авторҙ.); Лексическая и когнитивная семантика. Концепции и подходы к проблеме представления знаний в языке. Саарбрюккен, 2012.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика