ИҪКЕ ВАСЬКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 2 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 118 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 383 кеше; 1920 — 452; 1939 — 669; 1959 — 504; 1989 — 487; 2002 — 539; 2010 — 529 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар Вас(ь)кино исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. уртаһында Яңы Васькин бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 33 йортта 217 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. Шулай уҡ Шығаман, Васильевка исемдәре м‑н билдәле булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018