ИҪКЕ БИКМӘТ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Әбдрәшбаш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1229 кеше; 1920 — 1401; 1939 — 729; 1959 — 535; 1989 — 354; 2002 — 338; 2010 — 328 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. мәҙәниәт йорто филиалы, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1746 й. алып Бикмәт (староста Бикмәт Абдулов исеменән) исеме м‑н билдәле. 18 б. 2‑се ярт. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Бикмәт а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 175 йортта 1129 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 1906 й. 3 мәсет, урыҫ‑башҡ. мәктәбе, мәҙрәсә, 4 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. С.Ш.Бикбов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018