ИҪКЕ БАҘАН, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Кудинка й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 441 кеше; 1920 — 568; 1939 — 658; 1959 — 523; 1989 — 384; 2002 — 444; 2010 — 483 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. алып Баҙан исеме м‑н билдәле. 1865 й. 60 йортта 411 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, тәгәрмәс, туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, 2 май һығыу з‑ды, 1 һыу һәм 2 ел тирмәне булған. 19 б. аҙ. Яңы Баҙан һәм Урта Баҙан бүлендек ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. ел тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Н.З.Ломодуров, Л.А.Тюрина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.