ИҪКЕ УРАЛ, ауыл, 1984 й. алып Күмертау ҡ. составында, Подгорный а/с ҡарай. Күмертау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 987 кеше; 1920 — 1458; 1939 — 972; 1959 — 1000; 1989 — 362; 2002 — 284; 2010 — 257 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1769 й. керҙәшлек килешеүе б‑са, башҡа мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1766 й. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Бөгөлсән а. (хәҙ. Көйөргәҙе р‑ны) яңы суҡындырылған сыуаштары Бөгөлсән Уралы исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Симошкин, Урал булараҡ теркәлгән. 1795 й. 350 кеше йәшәгән, 1866 й. 90 йортта — 655 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Почта станцияһы булған. 1900 й. мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. Яңы Урал бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1984 й. Күмертау р‑нының Холмогор а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018