ИҪКЕ КҮРҘЕМ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Күрҙем а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 416 кеше; 1920 — 641; 1939 — 782; 1959 — 782; 1989 — 938; 2002 — 1046; 2010 — 1095 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, ҡарттар йорто, мәҙәниәт йорто, китапхана, музей бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1859 й. алып Күрҙем исеме м‑н билдәле. 1865 й. Күрҙемшишмә булараҡ иҫәпкә алынған, 25 йортта 164 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, тирмән, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Яңы Күрҙем бүлендек ауылы (60‑сы йй. юҡҡа сыҡҡан) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ә.Ҡ.Атнабаев, З.Ҡ.Атнабаева, Б.Н.Ибраһимов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.