ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Хисмәтулла улы (15.4.1931, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Иҡсан а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Яңы Ихсан а., — 1.11.2000, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1946 й. алып Саҡмағош р‑нында эшләй: 1948 й. — Саҡмағош МТС‑ында, 1958—88 йй. М.В.Фрунзе ис. к‑зда (1973—77 йй. комплекслы бригада бригадиры) тракторсы. З. бригадаһы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культуралары уңдырышлылығы — 24,3 ц/га, шәкәр сөгөлдөрөнөкө 234 ц/га тәшкил иткән (1970). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Әҙәб.: Козлов А. Год, полный счастья //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973; Зайнуллин Х.Х. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж.Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.