ЗӘЙНӘШЕВ Үзбәк Нәзих улы [17.8.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡәҙер а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 19.5.1986, ш. уҡ райондың Баҙытамаҡ а.], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950—75 йй. Илеш р‑нының Егерме икенсе партсъезд исемендәге колхоз рәйесе. З. етәкс. колхоз үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1960—75 йй. иген культуралары уңдырышлылығы — 30 ц/га, кукуруздыҡы (йәшел массаһы) — 400, картуфтыҡы 130 ц/га тәшкил итә; сусҡаларҙың уртаса тәүлек артымы — 400—550 г. СССР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1979), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика