ЗАБЛУДА Григорий Васильевич (20.8.1902, Екатеринослав губ. Семёновка а. — 23.1.1994, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (1943), проф. (1944). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972). Кривой Рог иген культуралары ин‑тының Верхнеднепровск а.х. техникумын тамамлағандан һуң (Украина ССР‑ы Эрастовка ҡсб, 1927) шунда уҡ, 1931 й. алып Томск ун‑тында эшләй; 1935 й. башлап Сыуаш а.х. ин‑тының (Чебоксар) үҫемлектәр физиол. һәм ботаника каф. мөдире, 1940 й. — Урал дәүләт ун‑тының (Свердловск ҡ.) фәнни эштәр б‑са проректоры, бер үк ваҡытта биол. ф‑ты деканы һәм үҫемлектәр физиол. каф. мөдире. 1958 й. алып БДУ‑ның фәнни эштәр б‑са проректоры, бер үк ваҡытта үҫемлектәр физиол. каф. мөдире, 1973—78 йй. БАХИ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта Биол. ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге ҡыяҡлылар морфогенезын, иген культураларының ҡоролоҡҡа сыҙамлы булыуын өйрәнеүгә арналған. З. арпа, бойҙай, һоло үҫешенең төрлө фазаларында уларҙың ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы үҙгәреүен асыҡлап, уларҙы ҡоролоҡтан һаҡлау б‑са тәҡдимдәр эшләй. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Хеҙм.: Засухоустойчивость хлебных злаков в разные фазы их развития. Свердловск, 1948.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика