ЖИВОВ Павел Евгеньевич [15.3.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Бәрҙешле а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 9.10.2001, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940—78 йй. Ишембай р‑нының В.И.Ленин ис. к‑зында (1960 й. тиклем Маҡар районының А.Матросов ис. к‑зы) эшләй: 1945 й. алып һәм 1967—78 йй. һөт‑тауар фермаһы мөдире, 1953 й. — склад мөдире, 1960 й. — мал ҡараусы‑көтөүсе. Мал һимертеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы 1300 г тәшкил иткән (1965—66). БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Агафонов М. По закону совести //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.