ЖДАНОВ Хөснөтдин [1767, Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы Балыҡлыкүл а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 1869, шунда уҡ], мәғрифәтсе. Ахун. Тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәт аҙ һаҡланған. Ж. тыуған ауылында мәҙрәсә (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Стәрлебаш мәҙрәсәһен) тамамлаған һәм 60 йылдан ашыу шунда уҡытҡан. Мәктәп мәғарифы реформаһы өсөн сығыш яһаған, уҡытыуҙың дини йүнәлешен һәм схоластиканы тәнҡитләгән. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Көнсығыш әҙәбиәте белгесе булған. Гуманизм һәм мәғрифәтселек идеялары м‑н һуғарылған шиғырҙар яҙған. Ж. әҫ. һаҡланмаған.

Әҙәб.: Өмөтбаев М.И. Йәдкәр. Ҡазан, 1897; Фәхретдин Р. Аҫар. 2-се т. Ырымбур, 1908;  Хөсәйенов Ғ.Б. Стәрлебаш мәҙрәсәһе //Башҡорт халҡының рухи донъяһы. Өфө, 2003; Кунафин Г.С. Культура Башкортостана и башкирская литература XIX — начала XX века. Уфа, 2006.

Ғ.С.Ҡунафин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке