ЕФРЕМОВ Александр Григорьевич (30.11.1946, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1991). Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Ҡурған өлк. Шадринск р‑нының “Ҡыҙыл Йондоҙ” с‑зында эшләй (1978 й. алып дир.). 1991 й. башлап РФ‑тың а.х. министры урынбаҫары, 1997—2001 йй. Болгария Респ. РФ илселегенең а.х. б‑са атташеһы, 2005 й. алып РФ Президенты эштәре идаралығының нач. урынбаҫары. СССР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1991), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1982) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ефремов А.Г. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика