ЕВЧЕНКО Василий Акимович (7.11.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воздвиженка а. — 1.10.2008, Мәләүез ҡ.), механизатор. 1949 й. алып Мәләүез р‑нының “Мәләүез” с‑зында механизатор, 1966—87 йй. һыйыр малын үҫтереү б‑са оператор. Е. эшләгән звено юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: 1981 й. ҡарата һыйыр малының уртаса тәүлек артымы 875 г тәшкил иткән. СССРҙың Дәүләт пр. лауреаты (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1975).

Әҙәб.: Евченко В.А. //Земля мелеузовская. Уфа, 2000.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика