ДУДАРЕВА Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы (24.10.1954, Октябрьский ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). З.М.Тимербулатовтың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) СДПА‑ла эшләй: 1999 й. алып — ситтән тороп уҡыу һәм иҡт. мәсьәләләре б‑са, 2006 й. ситтән тороп уҡыу һәм соц. мәсьәләләр б‑са проректор. 2006 й. декабренән ӨДАТУ-ның Стәрлетамаҡ ҡ. филиалында: дир. урынбаҫары, 2010 й. башлап гуманитар һәм соц.‑иҡт. фәндәр каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт теле һәм урыҫ теле материалында когнитив лингвистика проблемаларына арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Контрастивное исследование концептуальной сферы “Время” в русской и башкирской языковых картинах мира. Екатеринбург; Стерлитамак, 2004.

И.Е.Карпухин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.