ДЫУАН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорт һынау, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһы шарттарында иген, ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культуралары сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Дыуан р‑ны Һикеяҙ а. урынлашҡан. Сорт агротехникаһы б‑са тәжрибәләр үткәрә, Селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрына һәм БР б‑са ҡулланылышҡа индерелгән сорттар орлоғон етештерә. Һөрөнтө еренең майҙаны — 96 га (2010). 1937—2010 йй. Д.с.һ.у. 34 культураның 1613 сортына һынау үткәрелә. Д.с.һ.у. тәҡдиме б‑са Дәүләт реестрына йомшаҡ яҙғы бойҙайҙың — Воронежская 12, Ирень, Одесская 35, Одесская 36; арпаның — Белгородский 100, Одесский 100, Прерия, Челябинский 99; һолоноң — Конкур, Скакун, Стригунок; борсаҡтың — Агроинтел, Батрак, Мелкосемянный 3, Мультик, Чишминский 95; ҡарабойҙайҙың — Башкирская красностебельная, Инзерская, Светлана; ужым арышының — Чулпан 7; майлы етендең — ВНИИМК 620; люцернаның Бибинур, Сарга, Уралочка һ.б. сорттары индерелгән. Д.с.һ.у. 2005—10 йй. иген культураларының һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уртаса уңдырышлылығы 25,9 ц/га тәшкил иткән.

Р.К.Кадиков, И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018