“ДУҪЛЫҠтоҡомсолоҡ заводы, «“Алатау” агросәнәғәт хужалығы» ЯАЙ филиалы. Совет мериносы тоҡомло нәҫел һарыҡтарын үрсетеү һәм һатыу м‑н шөғөлләнә. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Боҙаяҙ ауылы. Составына малс‑ҡ (2 һыйыр малы фермаһы, һарыҡ фермаһы, умарталыҡ), үҫемлекселек цехтары; тирмән һ.б. инә. 2011 й. 116 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5634,3 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр 4457 га. Һыйыр малы һаны — 1096, һарыҡ — 951, йылҡы — 51, бал ҡорто ғаиләләре һаны — 27; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3007 кг; етештереү (т): һөт — 1504, ит — 106. 156 баш нәҫел һарығы һатылған. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 28, шәкәр сөгөлдөрө — 250, кукуруз (йәшел масса) — 220, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 9,8; етештереү (т): иген — 5798, шәкәр сөгөлдөрө — 8000, кукуруз — 6000, күп йыллыҡ үләндәр бесәне — 1000. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1950 й. А.А.Жданов ис. к‑з булараҡ нигеҙ һалына; 1989 — 92 йй. һәм 1996—2000 йй. колхоз, 1992—96 йй. хәҙ. исемде йөрөткән крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы; 2000 й. алып АХПК, 2011 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018